Һаумыһығыҙ, хөрмәтле уҡытыусылар, уҡыусылар һәм башҡорт телен өйрәнеүселәр!Һеҙҙе сайтымда күреүемә бик шатмын.Мин бында коллегаларым менән эш тәжрибәм менән уртаҡлашырға, ә уҡыусыларға телебеҙҙе өйрәнеүҙә кәңәштәр, материалдар менән ярҙам итергә теләйем. Рәхим итегеҙ!
Уҡытыусымын! Һөйөнөп эшкә барам,
Байрам кеүек миңә һәр көнөм.
Балалар һәм мәктәп- бар байлығым,
Үҙем тапҡан бәхет бөртөгөм.
Уҡытыусымын! Сәскән орлоҡтарым
Аҡыл емешенә әйләнгән.
Сөнки илем, халҡым киләсәге
Минең хеҙмәтемә бәйләнгән.